“Бисмилләһи” — шәрифенең серҙәре: 🤲50 мәртәбә «Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим» теләктәр үтәлеү ниәте менән уҡылһа, теләктәр ҡабул була. 🤲 Һәр төрлө афәттән, талау, янғындан, аң юғалтыуҙан ҡотолор өсөн, йоҡларға ятыр алдынан “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” 21 мәртәбә уҡылыр. 🤲Яуыз кешенең йөҙөнә ҡарап «Бисмилләһ» 50 мәртәбә уҡылһа, яуыздың зыяны теймәҫ. 🤲Берәй әҙәм «Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим»де көн һайын 100 мәртәбә уҡып торһа, Аллаһы Тәғәлә уға ҡайһы бер серҙәрҙе, күренмәҫ нәмәләрҙе күрһәтер. 🤲Бер ҡағыҙға “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” 35 мәртәбә яҙып, өйҙең берәй урынына ҡуйылһа, өй төрлө яуызлыҡтарҙан ҡотолор. 🤲"Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим" өс ауырыу кеше өҫтөнә 3 көн дауамында 100 әр мәртәбә (өс көн дауамында, көн һайын йөҙ мәртәбә) уҡылһа, ауырыуға шифа килер. 🤲“Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” ҡурғашҡа яҙып, ҡармаҡҡа тағып ҡуйһалар, балыҡ күп эләгер. 🤲Ауырыу-хасталыҡтан һаҡланыр өсөн, “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” ҡағыҙға 190 мәртәбә яҙып, шул ҡағыҙҙы яныңда йөрөтөргә кәрәк. 💫Тыныс йоҡо, дуҫтар! Хәйерле төн!

Теги других блогов: мәртәбә Бисмилләһи шәриф